Туған телдәр уҡытыуҙы нисек камиллаштырырға?

Тулыраҡ: Туған телдәр уҡытыуҙы нисек камиллаштырырға?

Туған телдәр уҡытыуҙы камиллаштырыу мәсъәләләре бөгөн Башҡортостандың Мәғарифты үҫтереү институтында ентекле өйрәнелде.Бында республиканың төрлө төбәктәренән туған телдәр уҡытыусылары саҡырылған. Туған телдәр менән дәүләт телдәре араһындағы айырма, уларҙың заман талаптарына ярашлы нисек уҡытылырға тейешлеген уҡытыусылар ентекләп өйрәнә алды. Уҡытыуҙа яңы стандарттарға күскән осорҙа бындай фекер алышыуҙар –көн талабы, ти педагогтар.