Еңеү паркында мемориаль комплекс асылды

Тулыраҡ: Еңеү паркында мемориаль комплекс асылды

Баш ҡаланың Еңеү паркында диңгеҙ флотына һәм тыныс йылдарҙа һәләк булған подводниктарға арналған мемориаль комплекс асылды. Һыу аҫты кәмәләрендә хеҙмәт итеүсе, иптәштәренең ғүмерен һаҡлап ҡалыу өсөн үҙ ғүмерен аямаусылар араһында Башҡортостан егеттәре лә бар. Уларҙың береһе Флүр Солтанов. Баш ҡалала диңгеҙ флотына һәм тыныс йылдарҙа һәләк булған подводниктарға арналған мемориаль комплекстың Өфөлә урын алыуы бик ҡыуаныслы күренеш, ти диңгеҙ флотында хеҙмәт итеүселәрҙең яҡындары. Яңы барлыҡҡа килгән комплекс һәләк булыусыларҙы иҫкә алыу урыны ғына түгел, ветерандарҙа бында осрашып-күрешә ала.Ниһәйәт, моряктар һәм подводниктарҙың күптәнге хыялы тормошҡа ашты, хәҙер иһә хәтирәләрҙе уртаҡлашыр, хәрби хеҙмәттән ҡайтмағандарҙы иҫкә алыр урын бар, ти диңгеҙ флоты офицерҙары.