Бөгөн Ғафури районында Архангел-Красноусол юлында ике машина бәрелешеүгә бәйле яңы мәғлүмәттәр иғлан ителде. Республиканың баш автоинспекторы хәбәр итеүенсә, һәләк булыусылар бар. Тайғаҡ юлда бер-береһенә ҡаршы килгән “Лада Калина” һәм УАЗ автомобилдәре бәрелешә. УАЗ юл ситенә төшөп түңкәрелә. Уның водителе Ишимбайҙан 57 йәшлек ир урында уҡ һәләк булған. Лада водителе, 41 йәшлек ҡатын дауаханаға һалынған.
Тайғаҡ юлдың тәүге ҡорбандары
Тулыраҡ: Тайғаҡ юлдың тәүге ҡорбандары