Хеҙмәт хаҡы өсөн көрәш

Тулыраҡ: Хеҙмәт хаҡы өсөн көрәш

Төрлө райондарҙан «Белсталь» ойошмаһына эшкә урынлашҡан ағас оҫталарына ярты йылдан ашыу эш хаҡы түләнмәй. Ойошма етәксеһе һыу уртлағандай, эшселәр аҡса ғына түгел, хатта хеҙмәт кенәгәһен дә ҡайтара алмай. Аҡсаңды юғалт, өмөтөңдө юғалтма тип яңғырай халыҡ мәҡәле. Күп эш хаҡын вәғәҙә иткән, ышаныслы һүҙҙәр менән әйҙәгән «Белсталь» ойошмаһы быйыл төрлө райондан эшселәр йыйған. Әммә көнөн генә түгел, төнөн дә үҙ көстәрен түгеп урманда булышҡан ағас оҫталары ярты йыллап эш хаҡын ҡайтара алмай интегә.Килешеү буйынса, һәр кем ике айҙы тулыһынса эшләйем тигән ҡағыҙға ҡул ҡуйырға тейеш була. Тәүҙәрәк ойошма дүрт йөҙ кешене эш менән тәьмин итһә, эшселәр һаны яйлап меңгә тула. Кеше күп йыйылыу сәбәпле йәшәргә урын булмай. Әммә ойошма етәксеһе был мәсьәләне хәл итергә ашыҡмай. Тәү ҡарашҡа күп аҡса тәҡдим итеп ымһындырған эшкә ололар ғына түгел, йәштәр ҙә килгән. Тәжрибә туплау маҡсаты менән ойошма директоры уларҙы хатта уҡырға ебәрә. Бер нисә ай тулыһынса эшләп тә, аҡса ала алмаған ир-егеттәрҙең ғаиләләре лә зыян күреп өлгөрә. Алты бала тәрбиәләгән Ибраһимовтар быйылғы йәйҙе көс-хәлгә үткәрҙек, ти. Өй хужаһы эш хаҡы булыр тигән өмөт менән тир түкһә, хужабикә йорт эсендә ҡала. Шулай ҙа ҡул аҫтына кереп өлгөргән өлкән улдары ғына йәйге каникулда эшләп, өйгә ашарлыҡ ҡына булһа ла аҡса килтерә.Алданған халыҡ һүҙҙәре буйынса, «Белсталь» ойошмаһының генераль директоры Юрий Александрович ни сәбәптәндер Ҡәдер Джаббаров тип исемен үҙгәртә. Уның арҡаһында, хәҙер эшселәр эш хаҡын ғына түгел, хатта хеҙмәт кенәгеһен дә ала алмай йонсой. Дөйөм әйткәндә, ойошма хәҙер яҡынса 25 миллион һум аҡса бурыслы. Әйткәндәй, хәҙер был ойошманың етәксеһе алышынды һәм ул тиҙ арала мәсьәләне үҙ өҫтөнә алып хәл итергә вәғәҙәләне.Бер нисә ай көтөп тә, аҡса һаман ҡайтарылмағас, эшселәр хәҙер ойошма тупһаһын тапарға мәжбүр. Һәр береһенә яҡынса 120 мең һум аҡса бурыслы булған ойошмаға ғариза яҙып, судҡа мөрәжәғәт итергә әҙерләнә.