Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Рәсәй Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының Сүриәлә химик һөжүмде тикшереүсе комиссия вәкәләттәрен оҙайтыу тураһындағы резолюция проектына вето һалды. Быға тиклем рәсми Мәскәү тауыш биреүҙе кисектереп тороға саҡырғайны әммә был тәҡдим хуплау тапманы. Рәсәйҙең ойошмалағы вәкиле әйтеүенсә, документ буйынса тауыш биреүҙе төрлө сәбәптәр менән тиҙләтеү вето һалырға мәжбүр иткән. Көнбайыш илдәр химик ҡорал ҡулланыуҙа Сүриә хөкүмәтен ғәйепләй. Рәсәй оборона министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Сүриә авиацияһы, киреһенсә, террорсыларҙың ағыулы газдар һаҡланған келәтен утҡа тотҡан.

Ҡытай коммунистар партияһы үҙәк комитеты съезында Си Цзиньпин киләһе биш йылға генераль секретарь итеп һайланды. Был юғары вазифаға Си Цзиньпин тәүге тапҡыр 2012 йылда һайланғайны. Ул шулай уҡ дәүләт башлығы- Ҡытай халыҡ республикаһы рәйесе лә.

Ғыйраҡта курд автономияһы хакимиәте көрсөктән сығыу өсөн Бағдад менән һөйләшеү башларға тәҡдим итте. Хәрби операциялар туҡтаһын өсөн беҙ референдум йомғаҡтарынан һәм төбәктең бойондороҡһоҙлоғон иғлан итеүҙән баш тартырға ризабыҙ, тигән курд етәкселеге. Тауыш биреү йомғаҡтарын танымаған Бағдад 16 октябрь бәхәсле төбәктәрҙә хәрби операция башлағайны.

Ҡушма Штаттарҙың көньяҡ-көнсығышында көслө елдән күрелгән зыян күләмен иҫәпләйҙәр. Төнъяҡ Каролинала урындағы аэропорт келәте емерелгән, самолеттар түңкәрелгән. 98 мең йорт утһыҙ тороп ҡалған.