Иглин ҡасабаһында мәктәп уҡыусылары өс сменала белем ала

Тулыраҡ: Иглин ҡасабаһында мәктәп уҡыусылары өс сменала белем ала

Райондың яңы белем усағын төҙөүгә хәле юҡ. Башҡортостан ҡаҙнаһынан да, урындағы бюджеттан да был сығым өсөн аҡса ҡаралмаған. Светлана Бачурина күп балалы әсә. Үҙ сабыйҙарын уға мәктәпкә көнөнә өс тапҡыр оҙатырға тура килә. Уның сәбәбе лә бар. Сөнки балалар бер мәктәптә белем алһа ла, өс сменала шөғөлләнә. Урындағы мәктәптә урындар етмәй. Яңы Иглин ауылында йәшәүселәр әйтеүенсә, беренсенән балалар тулы кимәлдә белем ала алмай, икенсенән иһә, өсөнсө смена киске сәғәт етенсе лә генә бөтә. Балалар яҡтыртылмаған урамдар аша мәктәптән ҡайтырға мәжбүр. Тик мәктәп етәкселәре балалар өс сменала уҡый тигән хәбәрҙе кире ҡаға. Сөнки бындай режим санитар ҡағиҙәләрҙе һәм нормаларҙы боҙа.Мәктәп уҡыусылары иһә бөтөнләй икенсене раҫлай. Улар әйтеүенсә, ҡайһы саҡ дәрестәр хатта 30-35 минутҡа тиклем ҡыҫҡартыла.Иглин районы үҙәгендә кәм тигәндә лә 4 меңдән ашыу бала иҫәпләнә. Ә мәктәптәр бары дүртәү генә. Тик район хакимиәтен дә, мәғәриф идаралығын да был хәл, күрәһең, борсомай.Яңы Иглин ауылы халҡы әйтеүенсә, март айында үткән йыйылышта ауыл биләмәһе хакимиәте 2017 йылда ошо урында мәктәп төҙөлә башлаясаҡ, тип вәғәҙәләй. Тик йыл аҙағына яҡынлашып килә, ә майҙан әле лә буш тора. Иглин – Өфө янындағы иң ҙур ҡасабаларҙың береһе. Мегаполиста йәшәргә теләмәгәндәр ауыл еренә күсергә тырыша. Икенсенән, Иглин районы Башҡортостандағы миграция хәлен бөгөн иң асыҡ сағылдырған төбәк. Республиканың башҡа райондарынан йыл һайын бында кәм тигәндә лә биш меңгә яҡын кеше күсеп килә. Балалар, тимәк, уҡыусылар һаны артыуы ла ошоға бәйле.