Башҡортостан башлығы ҡарамағындағы электрон белем биреүҙе үҫтереү буйынса совет ултырышында Рөстәм Хәмитов башҡортса тәүге ютуб-канал асыусы Илсур Сөләймәновтың башланғысын хупланы. Блогер Бөйөк Британияла йәшәй, Кардифф университетында докторлыҡ диссертацияһы өҫтөндә эшләй. Ютубтағы канал- башҡорт теленең мөмкинлектәрен киңәйтеү йәһәтенән заманса форма. Тәүге видеола блог авторы үҙ эшмәкәрлеге менән таныштыра. Бөгөнгә Илсур Сөләймәновтың видеоһын 6 мең самаһы кеше ҡараған.
Башҡортса ютуб-канал
Тулыраҡ: Башҡортса ютуб-канал