Яңы фатир өмөттәрҙе аҡламаны

Тулыраҡ: Яңы фатир өмөттәрҙе аҡламаны

Дим районының Баланово ҡасабаһында йәшәүселәр яңы фатир алыу менән шунда уҡ етди мәсьәләләр менән осраша. Улар төҙөүселәрҙе дәүләт стандарттарын боҙоуҙа ғәйепләй. Олег Соколов Дим ҡасабаһының Якуб Колас урамында урынлашҡан йорттан фатир алған һәм үкенгән. Бер-нисә йыл элек кенә файҙаланыуға тапшырылған күп фатирлы йорттар хәҙер аяныс хәлдә, ти хужалар. Фатирҙарҙа етем балалар, авария хәлендәге йорттарҙан күсерелеүселәр һәм өлөшсөләр йәшәй. Күп фатирлы йорттарҙы бер ойошма төҙөгән. Бер-нисә йыл элек файҙаланыуға тапшырылған йорттар халыҡҡа социаль программа нигеҙендә бирәләр. Халыҡ әйтеүенсә, көҙөн дә, ҡышын да баҙҙы һыу баҫа, ҡышҡыһын стеналар боҙ менән ҡаплана. Күп фатирлы йортта шулай уҡ елләтеү системалары эшләмәй. Һауаны һурып алыр урынына – ул кире өрә. Бындай проблема бер генә өйҙә осрамай.Төҙөүсе компания фатирҙарҙы әҙер көйө тапшыра. Тик ваҡыт үтеү менән етешһеҙлектәре сыға башлай.Хәҙер Кирилловтар ғаиләһе суд аша ғәҙеллеккә ирешергә уйлай.Төҙөүсе компания вәкилдәре аңлатма биреүҙән баш тартты. Бөтә етәкселәр ҙә ни сәбәптәндер бер көндә командировка киткән.Халыҡтан тиҫтәләгән ялыуҙар килһә лә, ойошма әле лә йорттар төҙөүен дауам итә.