Мәскәүҙә Республика башлығы “Газпром” идараһы рәйесе менән осрашты

Тулыраҡ: Мәскәүҙә Республика башлығы “Газпром” идараһы рәйесе менән осрашты

Мәғлүмәт агентлыҡтары әле генә Мәскәүҙә Республика башлығы Рөстәм Хәмитов менән “Газпром” идараһы рәйесе Алексей Миллерҙың осрашыуы хаҡында хәбәр итте. Һөйләшеүҙә республикала газ үткәреү тураһында һүҙ барған. 2021 йылға тиклем Башҡортостанда 52 мең йорт һәм фатир, 209 ҡаҙанлыҡ зәңгәр яғыулыҡҡа тоташтырыласаҡ. Осрашыуҙа шулай уҡ газ-мотор яғыулығы баҙары үҫтереү тураһында ла һөйләшеп килешелгән.