Республиканың ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығы бөгөн юлдарҙың айырым өлөштәрендә боҙлауыҡ булыуы, томан төшөүе тураһында иҫкәртте.Төнъяҡ райондарҙа ҡар, ә көньяҡ райондарҙа ямғыр яуыуы ихтимал. Һауа температураһы 2 градус йылынан 3 градусҡаса һыуыҡ. Бөгөн төндә 13 градусҡа тиклем һыуытыр, тип көтөлә. Республиканың юл хәрәкәте именлеге дәүләт инспекцияһы юлға сығыусыларҙы ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәргә саҡырҙы.
Юлдарҙа һаҡ булығыҙ!
Тулыраҡ: Юлдарҙа һаҡ булығыҙ!