Аҡса менән эш итә белеү имен тормош тотҡаһы, имен тормош иһә дәүләт иҡтисадын нығыта. Уҡыусылар һәм студенттарҙың финанс белемен үҫтереү мәсьәләләренә арналған Бөтә Рәсәй кәңәшмәһендә Башҡортостандың Милли банкы менән мәғариф министрлығы араһында килешеү төҙөлдө.Республика мәктәптәренең күбеһендә финанс белем дәрестәре алып барыла. Уҡыусылар үҙ-аллы йәшәү сығанағы булараҡ аҡса эшләү генә түгел, уны дөрөҫ тота белергә лә өйрәнә. Мәктәптәрҙә финанс нигеҙҙәре программаһы федераль проектҡа ярашлы индерелә. Уҡытыусыларҙы Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институты әҙерләһә, дәреслектәр менән тәьмин итеүҙе Үҙәк банк үҙ иңенә алған. Уҡыусылар иһә яңы темалар ғына үҙләштереп ҡалмай, аҡса менән эш итеүгә ҡағылған фәнни-тикшеренеү эштәре алып бара, ғәмәли тәжрибә туплай.
Банктарҙы финанс белемле кешеләр ҡыҙыҡһындыра
Тулыраҡ: Банктарҙы финанс белемле кешеләр ҡыҙыҡһындыра