Ил Президенты Владимир Путин майнинг эшмәкәрлегенә һалым һалыу әмәлен табырға ҡушты. Был хаҡта белдереү Кремлдең сайтында баҫылып сыҡты. Рәсәй закон сығарыусыларынан криптовалютаны тасуирлау, ә үҙәк банктан аҡсаға алмаш дәүмәлде һынау талап ителә. Был ғәмәлдәр бойомға ашҡансы биткоин майнингын ҡулланыусылар килем иҫәпләүен тиҙләтә. Александр Улитин тәжрибәле майнер. Уның фермаһында бары 9 видеокарта. Әммә табыш өсөн уларҙың һаны түгел, ә эш ҡеүәте мөһим. Техник ҡоролманыҡы кеүек үк Интернет ҡуйынында хазина ҡаҙыған программистың белеме лә камил булһа отошло. Александр биткоин йыйыуға бынан өс ай элек тотонған, ошо арауыҡта фермаһына сарыф ителгән сығымдарҙың бары 20 процентын ҡайтарған.Криптовалютаның бөгөн киң танылған өлгөһө биткоинды йә һатып, йә шәхси компьютер ярҙамында эшләп алырға була. Был эшмәкәрлекте ер ҡуйынынан алтын эҙләү менән сағыштыралар, тик кәйлә менән динамит урынына интернет-ҡулланыусылар махсус программа булышлығында ҡатмарлы иҫәп мәсьәләләрен сисә. Һандар ҡоролошон табыусыларға эш хаҡы – биткоиндар — түләнә. Әлегә донъяла был шартлы дәүмәлде иҫәпкә алыу, уның әйләнешен тикшереү һәм кимәлен билдәләү менән мәшғүл бер генә финанс ойошма ла юҡ. Тимәк, алынған килемдән һалым түләү ысулы ла табылмаған. Майнерҙар иһә үҙ эшмәкәрлегенең законға ярашлы булыуында шикләнмәй. Бихисап блогерҙар алдынғы даирәлә тәүге аҙым яһарға теләгәндәр менән Интернетта тәжрибә уртаҡлаша, һөҙөмтәлә криптовалютаға байҙар һаны ла арта. 2018 йылдың беренсе июленә тиклем Рәсәйҙә криптовалюта дәрәжәһе, блокчейндар технологияһы, токен һәм смарт-контракттар асылын законда нығытыу һәм криптовалюта табыуға талаптар булдырыу бурысы тора. Был сара криптовалюта менән бәйле хәүефтәрҙе лә иҫкәртергә тейеш. Майнерҙарға иһә мотлаҡ теркәлеү шарты ҡуйыла. Улар шулай уҡ табышынан һалым түләйәсәк. Ниндәй күләмдә – әлегә билдәһеҙ.
Кем ул майнер?
Тулыраҡ: Кем ул майнер?