«Белсталь» ойошмаһы етәкселегенә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылды

Тулыраҡ: «Белсталь» ойошмаһы етәкселегенә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылды

Беҙҙең каналда кисә күрһәтелгән сюжеттан һуң «Белсталь» ойошмаһы етәкселегенә ҡарата бөгөн енәйәт эше ҡуҙғатылды. Бында эшкә урынлашҡан ағас оҫталарына ярты йылдан ашыу эш хаҡы түләнмәй. Эшселәр аҡса ғына түгел, хатта хеҙмәт кенәгәһен дә ҡайтара алмай. Бер нисә ай көтөп тә, аҡса һаман ҡайтарылмағас, эшселәр хәҙер ойошма тупһаһын тапарға мәжбүр. Һәр береһенә яҡынса 120 мең һум аҡса бурыслы булған ойошмаға ғариза яҙып, судҡа мөрәжәғәт итергә әҙерләнә.