Франция бренды-Башҡортостанда

Тулыраҡ: Франция бренды-Башҡортостанда

Республика башлығы Рөстәм Хәмитов Францияның Савенсия компаниялар төркөмө президенты Алекс Бонгрэн менән осрашты. Унда Бәләбәй һөт комбинатының үҫеш мөмкинлектәре һәм унда етештерелгән ризыҡ төрҙәрен киңәйтеү, шул иҫәптән йомшаҡ сырҙар етештереүҙе ойоштороу мәсьәләһе лә тикшерелде.Республика башлығы билдәләүенсә, Башҡортостан хөкүмәте яңы проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу өсөн компанияға тейешле ярҙамды күрһәтергә әҙер. Бәләбәй һөт комбинатын яңы кимәлгә күтәрергә кәрәк, тине Рөстәм Хәмитов. Алекс Бонгрэн билдәләүенсә, компания, тәү сиратта, бәләбәй комбинаты туплаған бай тәжрибәгә таянырға ниәтләй. Францияла беҙҙең брендҡа әйләнгән сырҙарҙы эшләү өсөн беҙ инвестициялар һалырға әҙербеҙ, тине Алекс Бонгрэн.