Бер аҙнала вермишель һәм картуф 2 ярым процентҡа ҡыйбатланған. Хәҙер бер килограмм вермишель 47 һум, картуф иһә 18 һум тора. Туңдырылған балыҡҡа һәм онға хаҡ 1 ярым процентҡа артҡан. Тауыҡ ите лә ҡиммәтләнгән. Ҡыйбатланған аҙыҡ-түлек исемлегендә шулай уҡ һыйыр ите, шәкәр, аҡ май, йомортҡа, тары ярмаһы, һарыҡ һәм сусҡа ите, сәй, бойҙай ононан бешерелгән икмәк-ҡалас бар.
Республикала социаль әһәмиәтле аҙыҡ-түлек ҡиммәтләнгән
Тулыраҡ: Республикала социаль әһәмиәтле аҙыҡ-түлек ҡиммәтләнгән