- Рәсәй президенты юғары офицерҙар һәм прокуратура вәкилдәре менән осрашыуҙа Сүриә биләмәһенең 90 проценты террорсыларҙан азат ителде , тип белдерҙе. Владимир Путин террорға ҡаршы операцияла ҡатнашыусы хәрбиҙәргә рәхмәт белдерҙе.
- Истанбул суды хоҡуҡ яҡлаусыларҙы азат итте. Улар ике йыл элек дәүләт фетнәһе ойоштороуҙа шикләнеүсе ФЕТО ойошмаһы вәкилдәре. Төркиә президенты Рәжәп Эрдоган илдә ҡайтанан фетнә ойоштороу ихтималлығы ҙурт булып ҡала тип белдергән.
- Бөгөн төндә Санкт-Петербургта Ҡышҡы һарай диуарҙары Октябрь революцияһының 100 йыллығы уңайынан ҡыҙыл ут менән яҡтыртылды. Әле Дәүләт эрмитажы урынлашҡан бинаны “Ҡышҡы һарайҙы штурмлау” проекты сиктәрендә ҡыҙыл прожекторҙар менән яҡтыртырға ҡарар ителгән.
Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре
Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре