Һөнәрле кеше - ҡораллы кеше

Тулыраҡ: Һөнәрле кеше - ҡораллы кеше

Өфөлә ун меңгә яҡын мәктәп уҡыусыһы илленән ашыу һөнәр менән яҡындан танышты. Күп мәғлүмәт биргән һәм файҙалы булған экскурсияла кескәйҙәр үҙҙәрен һәр бер тармаҡта һанап ҡарарға өлгөрҙө. Күптәр инде киләсәктә кем буласағын да һайланы. Һауыт-һабаларға тупраҡ һалып үҫентеләрҙе ултыртыу тәү ҡарашҡа ябай ғына булып күренһә лә, ысынында иһә, был эштә лә ҙур сер һаҡлана.Орлоҡто ултыртҡан ваҡытта дөрөҫ тәрбиәләү серҙәре менән мәктәп уҡыусылары яҡындан таныша алды. Бынан тыш, улар үҙҙәре лә буш һауытҡа тупраҡ тултырып, сәскә ултыртты.Таҡта менән булышыу, бешеренеү, сәскәнән матур гөлләмә йыйыу... һәм башҡа һөнәрҙәр. Төрлө мәктәптән йыйылған уҡыусылар үҙҙәрен һәр бер тармаҡта һанап ҡараны.Компьютер аша күрһәтелгән эксковаторҙа һәр егет ултырып төҙөлөш эшен башҡара алды.Уҡыусылар бигерәк тә тиҙ ярҙам машинаһы янында уралды. Аҡ халатлылар һәр бер һорауға тулып яуап ҡайтарырға тырышты, төрлө аппарат менән яҡындан таныштырҙы.Ярҙамға мохтаж булған кешене һәр кем дөрөҫ ҡотҡара белергә бурыслы. Экскурсияға килгән уҡыусылар ғына түгел, башҡалар ҙа ошо маникенға тиҙ ярҙам күрһәтеп, тын биреү серҙәренә төшөндө.Мәктәп уҡыусылары 50-гә яҡын һөнәр үҙенсәлектәре менән яҡындан танышты. Юғалып ҡалған ҡайһы бер һөнәрҙе яңынан тергеҙеү һәм киләсәкте ҡыҙыҡһындырыу – экскурсияның төп маҡсаттарының береһе.Ун меңгә яҡын уҡыусының күҙҙәрендә ҡәнәғәтлек бөркөп тора тип әйтһәк хата булмаҫ. Аҡса яғынан ғына түгел, ә күңелгә лә ятҡан һөнәр һайлау – иң яуаплы эштәрҙең береһе.