10 йәшлек Захар Гордеенко Башҡортостандың Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы тарихын өйрәнеүгә үҙ өлөшөн индерергә уйлай. Ул Коминтерн радиоһына бәйле ғилми-тикшеренеү эшен яҡларға әҙерләнә. Коминтерн радиоһы Мәскәүҙең, Мәскәү өлкәһенең бер нисә станцияһын берләштергән радио селтәре. Тәүге икеһе баш ҡалала төҙөлһә, өсөнсөһө 1933 йылда Электросталь ҡалаһында асыла. Ногинск ҡалаһында ла бындай станция эшләй, әммә Бөйөк Ватан һуғышы башланғандың тәүге көнөндә үк ул эшләүҙән туҡтатыла һәм Өфөгә күсерелә.Ун йәшлек Захар Гордеенко Коминтерн радиоһы тарихын өйрәнеүҙе буштан тиккә генә башламаған. Ул йәшәгән йорт ултырған ерҙә 40-сы йылдарҙа барған ваҡиғалар фашизмды еңеүҙә ҙур роль уйнаған.Немец оккупацияһында ҡалған Европа илдәренә 18 телдә хәбәр иткән радиостанция сигналдарының ҡеүәтен һигеҙ мачта тәьмин итә.Захар немец самолетынан төшөрөп алынған һәм Гитлерҙың тап Өфөнөң Глумилино биҫтәһендә йәшерен РВ-1 радиостанцияһының урынлашыуын белеп тә, уны билдәләп ҡуйған фотоһын ҙурайтып баҫтырған. Класташтарына, дуҫтарына күрһәтеү һәм тикшеренеү эшен яҡлағанда сағыу итеп сығыш яһау өсөн ул станция хеҙмәткәрҙәренән ҡалған ҡомартҡыларҙы ла алып өйрәнгән.Станциянан бер нисә әйбер генә ҡалған. 2007 йылда мачталар шартлатылып, урынына торлаҡ йорттары үҫеп сыға.Әсәһенең дә эҙләнеү эштәренә ихлас тотоноуы арҡаһында Захар мәктәп кимәлендә уңышлы сығыш яһап, хәҙер район бәйгеһенә ныҡлап әҙерләнә. Эҙләнеү эштәренең һөҙөмтәһе итеп Захар йортоноң нигеҙендә "Был урында Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Коминтерн исемендәге йәшерен РВ-1 радиостанцияһы урынлашҡан" тигән таҡтаташ ҡуйылыуҙы күрә.
Буласаҡ тарихсы
Тулыраҡ: Буласаҡ тарихсы