Бөгөн парламент ултырышында алданған өлөшсөләрҙе яҡлау йәһәтенән дә мөһим закон ҡабул ителде. Зыян күреүселәргә күләмле инвестиция проекттары сиктәрендә төҙөлгән йорттарҙан фатир биреләсәк. Ул арала Рәсәй банктарының күбеһе йыл аҙағына тиклем ипотека буйынса процент ставкаларын кәметергә әҙерлеге хаҡында белдерҙе. Банктарҙың 10 проценты ипотека буйынса ставкаларҙы тағы ла 1 процентҡа кәметергә йыйына. Уға тиклем Һаҡлыҡ банкы етәкселеге илдә ипотека буйынса ставкаларҙың 5 процентҡа тиклем төшәсәге хаҡында белдергәйне. Торлаҡ-ипотека кредитлауы агентлығы мәғлүмәттәре буйынса, әле беренсел баҙарҙа ипотека буйынса процент ставкаһы 10,34 процент, ә икенсел баҙарҙа- 10,7 процентҡа тиң.
Уңайлы ипотека
Тулыраҡ: Уңайлы ипотека