Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәүсе 21 йәшлек Илья Антонов Рәсәй-1 телеканалында барған «Удивительные люди» тапшырыуында ҡатнашып финалға үтте. Пи һанынан һуң 23 мең билдәне яттан әйткән егет жюри ағзаларын аптырашта ҡалдыра. Был шөғөлдө үҫмер һәләт тип һанамай. Илья әйтеүенсә, теләгән һәр кеше көн дә күнекмәләр эшләп хәтерен яҡшырта ала. Тик бының өсөн көс-ҡеүәт һәм ҡайһы бер ҡағиҙәләрҙе белеү талап ителә. Аҡ ҡағыҙға төшөрөлгән йөҙләгән обьекттың нисек һәм ҡайҙа урынлашҡанын Илья Антонов яттан белә. Тәүҙә ниндәйҙер фигураны уйлап йөрөп һуңынан ҡағыҙға теркәй барһаң, кешенең хәтере яҡшыра, тип иҫәпләй ул. Тик бының өсөн көн дә күнекмә талап ителә. Ике йыл эсендә мнемотехниканы үҙләштергән студент бер нисә сәғәт эсендә биш йөҙләгән һүҙҙе иҫендә ҡалдыра ала. Уңышлыҡтарға өлгәшеүен һиҙгәс, Пи элементының 23 мең һанын ятлай. Бының өсөн ни бары өс ай ваҡыт китә.Үҙ белемен тикшереү ниәте менән Илья Антонов күнекмәләрҙән һуң Рәсәй -1 телеканалында барған «Удивительные люди» тапшырыуына бара. Бер минут эсендә Пи элементының һандарын бер хатаһыҙ әйткән егет тамашасыларҙы ғына түгел, жюри ағзаларын да аптырашта ҡалдыра. Егерме бер генә йәшлек студент Илья Антонов был шөғөлдө һәләт тип һанамай. Уның уйлауынса, теләге булған һәр кем көн дә күнекмәләр эшләп, хәтерен яҡшырта ала. Тик иҫтә ҡалдырырға теләгән һанды йә иһә һүҙҙе ниндәйҙер образ менән һүрәтләү мөһим.Хәҙер яҡташыбыҙ Пи элементының 100 мең һанын ятлап мнемонистар араһындағы донъя рекордына әҙерләнә. Шулай уҡ, һәр теләгән кешенең хәтерен яҡшыртыу маҡсаты менән киләсәктә үҙ мәктәбен асырға теләй. Был шөғөл сит ил телдәрҙе лә өйрәнгәндә ҙур уңышлыҡтар килтерәсәк, тип иҫәпләй ул.
Үҙенсәлекле һәләт
Тулыраҡ: Үҙенсәлекле һәләт