Башҡортостандың юл хеҙмәттәре ҡышҡы осорҙа эшләргә әҙерләнә

Тулыраҡ: Башҡортостандың юл хеҙмәттәре ҡышҡы осорҙа эшләргә әҙерләнә

Республика Хөкүмәте тейешле бойороғона ярашлы, «Приуралье» федераль автомобиль юлдары идаралығы менән берлектә Башҡортостан Юл хужалығы идаралығына ҡар һырынтылары барлыҡҡа килгәндә һәм насар һауа шарттарында юл хеҙмәттәре эшен тәьмин итергә тейеш. Респулика ҡала-район хакимиәттәре башлыҡтарына кәрәкле техника бүлеү йәһәтенән ярҙам итергә тәҡдим ителгән. Документ нигеҙендә иң тәүҙә федераль һәм төбәк тәғәйенләнешендәге юлдар, һуңынан муниципаль-ара, өсөнсө сиратта дөйөм ҡулланыштағы автобустар һәм мәктәп автобустары йөрөгән урындағы юлдар таҙартыласаҡ.