Бешмә вирусы табылған Туймазы районында дезинфекция эштәре тамамлана

Тулыраҡ: Бешмә вирусы табылған Туймазы районында дезинфекция эштәре тамамлана

Бөгөнгө көнгә бешмә вирусы сығанаҡтары тулыһынса бөтөрөлгән, бөтә полигондар ҙа ябылған, тотош ҡойма менән кәртәләнгән һәм бер ниндәй хәүеф тыуҙырмай, тип хәбәр итте Туймазы районының баш ветеринар табибы Ильгиз Нәсибуллин. Бешмә ауырыуынан күрелгән зыян 35-40 миллион һум. Республика башлығы әйтеүенсә, бындай хәлдең килеп сығыуына юл ҡуйыусылар мотлаҡ яуап бирәсәк. Башҡортостан биләмәһендә бешмә ауырыуы һуңғы тапҡыр 1977 йылда теркәлгән. Туймазы районында 40 йылдан һуң бешмә ауырыуы асыҡланыуын Рөстәм Хәмитов айырым кешеләрҙең үҙ эшенә ҡул һелтәп ҡарауы тип баһаланы.