29 октябрь - Бөтә донъя псориазға ҡаршы көрәш көнө

Тулыраҡ: 29 октябрь - Бөтә донъя псориазға ҡаршы көрәш көнө

Был ауырыу тулыһынса эске ағзаларҙың системаһына ҡағыла. Бөгөн дәүләт тарафынан мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә федераль, ә льготалар менён файҙаланған граждандарға төбәк бюджеты иҫәбенә заманса терапия ҡаралған. Псориаз ул төрлө потенциаль сәбәптәрҙән килеп сыҡҡан ҡатмарлы ауырыу. Стресс — төп факторҙарҙың береһе. Сөнки эске көсөргәнеш патологик процесстың үҫешенә башланғыс биреүе ихтимал. Ауырыу үҙе лә нервыларҙы ҡаҡшата. Ошондай диагноз ҡуйылған кешегә , башҡаларҙың иғтибарын йәлеп итмәҫ өсөн, тәндәге сыпыртмаларҙы йәшереп йөрөргә тура килә. Әммә бөгөн псориаздың кешенән кешегә ҡул бирешеү, көнкүреш предметтары аша ла йоҡмауы билдәле.Күбеһе псориазды тән сире итеп кенә ҡабул итә. Ә бит ул ҡурҡыныс эҙемтәләргә килтергән системалы ауырыу. Пациенттарҙың өстән бер өлөшөндә псориазлы артрит үҫешә, ул юғары технологиялы терапия талап итә.Белгестәр әйтеүенсә, псориаз – хөкөм/мәңгелек түгел, заманса дауалау алымдары йәшәү сифатын һәм ваҡытын һаҡлап ҡалырға ярҙам итә. Әммә ауырыуҙы ваҡытында асыҡлап, тиҙерәк дауалана башлау хәйерлерәк.