Кенияла сәйәси көрсөк. Оппозиция яҡлылар тәртипһеҙлектәр ойошторған. Улар һайлауҙа ҡатнашыусыларҙың йорттарын, кибеттәрҙе емергән. Гражданлыҡ бурысын үтәгәндәрҙән бына ошондай юл менән үс алғандар. Быға тиклем оппозиция президентты ҡайтанан һайлауға бармаҫҡа саҡырған булған.
Германияның үҙәк һәм төнъяҡ өлөшө “Герварт” ураганы аҫтында ҡалды. Берлиндың янғын һүндереү хеҙмәте ғәҙәттән тыш хәл режимы индергән, өс сәғәт эсендә 100-ләгән операция үткәрелгән. Көслө ел эҙемтәләрен бөтөрөүгә ирекмәндәр отрядтары йәлеп ителгән. Йәрәхәтләнәүселәр һәм һәләк булыусылар тураһында хәбәр ителмәй.
Бристолдә йәшәүсе 38 йәшлек ир “Өҫкә” мультфильмын ҡарағас, һауа шарҙарында 2 мең 400 метр бейеклеккә күтәрелгән. Бының өсөн экстремалға 100 шар кәрәккән. Ул 25 саҡырым үткәс шарҙарҙы берәмләп тишә башлаған.
Мәскәүҙә Киев вокзалы менән Внуково аэропорты араһында ике ҡатлы аэроэкспресс йөрөй башланы. Дүрт йәки алты вагондан тороусы состав сәғәтенә 160 саҡырым юл үтә ала. Ноябрҙә ике ҡатлы поез Домодедова аэропортына ла йөрөй башлай.