Байрам 2017 йылдың 4 ноябрендә көндөҙгө сәғәт 3-тә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында уҙа. Унда милли кейемдәрҙә йөрөү, күргәҙмә һәм интерактив майҙансыҡтарҙың эше, республиканың профессиональ һәм үҙешмәкәр ижади коллективтарының концерты ҡаралған. Киске сәғәт 6-ла ҙур мәҙәни сара – «Сәнғәт төнө-2017» Бөтә Рәсәй мәҙәни акцияһы башлана. Унда музейҙар, китапханалар, клубтар, театрҙар, филармониялар һәм башҡа мәҙәниәт учреждениелары ҡатнаша. Акцияның төп темаларының береһе – Халыҡтар берҙәмлеге көнө. Мәҙәниәт һәм сәнғәт учреждениелары байрамдың тарихына, тарихта һәм хәҙерге заманда Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең берҙәмлегенә арналған күмәк саралар тәҡдим итә.
Башҡортостанда Халыҡтар берҙәмлеге көнөнөң байрам программаһы иғлан ителде
Тулыраҡ: Башҡортостанда Халыҡтар берҙәмлеге көнөнөң байрам программаһы иғлан ителде