Акцияны Башҡортостандың хәрбиҙәрҙе һәм уларҙың ғаиләләрен социаль яҡлау комитеты иғлан итте. Ул 20 ноябргә тиклем дауам итәсәк. Изге эшкә тәүгеләрҙән башҡаланың 84-се гимназияһы ҡушылды.Уҡыусылар һәм уларҙың ата-әсәһе һуғыш шарттарында көн күргән Сүриә балаларына яңы йыл күстәнәстәрен оҙатырға йыйына. Иң кәрәкле аҙыҡ-түлек ҡумталарға туплана, ҡыҙҙар һәм егеттәр Сүриәләге тиҫтерҙәренә байрам ашы тип башҡорт балы менән сәк-сәк тә әҙерләгән. Гимназияның 127 юнармиясыһы хәйриә акцияһында ҡатнашыуҙы тоғро бурыс тип ҡабул итә. Һуғыш барған төбәктәрҙә михнәт күргән йәштәштәренә теләктәшлекте улар ошо ярҙамы менән белдерә. Гимназияла илһөйәрлек дәрестәренә ҙур иғтибар бирелә. Тыуған ил тарихына ихтирам, хәрби хеҙмәттәгеләр, уларҙың ғаиләләренә хөрмәт бында кесе йәштән тәрбиәләнә. Октябрҙең һуңғы көндәрендә гимназист дәрәжәһен алған беренсе класс уҡыусылары ла Сүриәгә ярҙам акцияһына ҡушылырға ҡарар иткән.
Республикала Сүриә балаларына хәйриә ярҙамы йыйыу башланды
Тулыраҡ: Республикала Сүриә балаларына хәйриә ярҙамы йыйыу башланды