Благовар районында йәшәүсе 93 йәшлек ветеран чиновниктар менән көрәшә

Тулыраҡ: Благовар районында йәшәүсе 93 йәшлек ветеран чиновниктар менән көрәшә

Уның йорто быйыл ҡыш сығырлыҡ түгел, үтәнән-үтә ел өрөп тора. Атаһы бөтөнләй хәлһеҙләнгәс, Мәүлиә Бикмөхәмәтова яҡын кешеһен тәрбиәләргә тип Өфө ҡалаһынан күсеп ҡайта. Атайым тик ҡурсалауға мохтаж, ни өсөн ҡарт көнөндә ул шундай михнәттәр күреп йәшәргә тейшлеген аңламайым, ти ҡатын.Мәүлиә Бикмөхәмәтова ике йыл йортто төҙөкләндереүҙәрен йә булмаһа яңы фатирға сертификат биреүҙәрен һорап ауыл, район хакимиәтенә мөрәжәғәт итеп ҡараған. Тик барыһы ла бушҡа ғына.Йорт 56 йыл элек төҙөлгән. Стеналарындағы ярыҡтарҙан ел өрмәһен өсөн ҡатырға менән ҡаплап ҡуйырға мәжбүр йорт хужалары. Көҙгө елдәр өй эсенә лә үтеп инә, шунлыҡтан аяҡҡа быйма кеймәйенсә йөрөү мөмкин түгел.Хәлимулла Шәймөхәмәтов Бөйөк Ватан һуғышы ветераны. Насар күрә, бөтөнләй ишетмәй тиерлек. Йыуындырыу өсөн уңайлыҡтар юҡ. Йорт ысынлап та йәй көнө генә йәшәрлек... Өй эсе яҡтан ғына түгел, ә тыштан да бөткән. Нигеҙҙәр балсыҡ менән һыланған әлбиттә, әммә ул ғына ҡышҡы һалҡындарҙан ҡотҡармаясаҡ.Ауыл хакимиәтендә бар нәмәне лә аңлайбыҙ, әммә Хәлимулла Шәйәхмәтовтың йортона тикшергән комиссия ҡарарына дәғүә белдерергә йыйынмайҙар. Ветерандың йортон тейешле комиссия ысынлап та ҡарағанмы юҡмы икәнлеген суд асыҡлаясаҡ. Беренсе тыңлауҙар ноябрь башына тәғәйенләнгән. Ошо уҡ ауылда йәшәүсе тыл ветераны Мәғфиә Шәйхелисламова ла емерелеп бөткән, ел өрөп торған йортта тормош көтә.Әлегә Яныш ауылында көн итеүсе ветерандарға ҡышҡы һыуыҡтарға ныҡлап әҙерләнергә һәм суд ҡарарын көтөргә генә ҡала.