Республика башлығы Рөстәм Хәмитов бөгөн граждандарҙы ҡабул итте

Тулыраҡ: Республика башлығы Рөстәм Хәмитов бөгөн граждандарҙы ҡабул итте

Мөрәжәғәттәрҙә билдәләнгән көнүҙәк мәсьәләләрҙең һәммәһе лә ыңғай хәл ителде. Төбәк етәксеһенә шәхси мөрәжәғәт иткән кешеләрҙең барыһы ла Башҡортостан еренең хозурлығын данлау маҡсаты менән яна. Һәр ҡайһыһының үҙ ҡоралы. Халҡыбыҙҙың этник музыка ҡоралдарын тергеҙеү менән мәшғүл Илдар Шакиров теләктәштәре менән Ятаған төркөмөн өс йыл элек ойошторған. Һөнәри үҫеш өсөн бөгөн йәштәрсә дәрт-теләккә өҫтәп бергә йыйылып уйнар урын менән аҡсалата ярҙам да булһа отошлораҡ, тигән фекер Илдарҙы республика башлығына кәңәшкә килтергән.Урал төбәгендә тыуғандарҙы үҙенсәлекле көй генә түгел, тауҙар дарьяһын иңләр саңғысы гены ла таныта, ти республиканың тау саңғыһы спорты һәм сноуборд мәктәбе тренеры Сергей Тищенко. Уның Өфөлә сноупарк асыу, тау саңғысылары командаһын әҙерләү һәм спорттың был төрөн күмәк ял сараһына әйләндереү теләген Рөстәм Зәки улы ла хуплай.Һәләтле шәхестәргә бай төбәкте донъя күләмендә танытыу бурысын Өфө генә түгел Башҡортостан буйлап виртуаль сәйәхәт порталы аша бойомға ашырырға тәҡдим иткән эшҡыуар Станислав Семенов та республика башлығы менән осрашыуҙан ҡәнәғәт. 11 айлыҡ балаһын һөт ризыҡтары менән бушлай тәьмин итеү сифатын яҡшыртыуҙы үтенеп республика башлығына мөрәжәғәт итергә мәжбүр Кристина Семенова ла мәсьәләнең үҙе генә түгел, уның кеүек башҡа әсәләр өсөн дә ыңғай хәл ителеренә өмөт бағлай. Сөнки ир-егеттәрҙең иң юғары маҡсаттарын да тормошҡа ашырыу тәү сиратта әсә хәстәренән башлана.