Ипотека буйынса процент ставкалары кәмей

Тулыраҡ: Ипотека буйынса процент ставкалары кәмей

Рәсәй банктарының күбеһе йыл аҙағына тиклем ипотека буйынса процент ставкаларын кәметергә әҙерлеге хаҡында белдерҙе. Банктарҙың 10 проценты ипотека буйынса ставкаларҙы тағы ла 1 процентҡа кәметергә йыйына. Уға тиклем Һаҡлыҡ банкы етәкселеге илдә ипотека буйынса ставкаларҙың 5 процентҡа тиклем төшәсәге хаҡында белдергәйне. Торлаҡ-ипотека кредитлауы агентлығы мәғлүмәттәре буйынса, әле беренсел баҙарҙа ипотека буйынса процент ставкаһы 10,34 процент, ә икенсел баҙарҙа- 10,7 процентҡа тиң.