Енәйәт эше ҡуҙғатылған. Билдәһеҙ кешеләр Богдан Хмельницкий урамынан 62 йәшлек ирҙе урлап Тимашев зыяратына алып бара. Уны ҡәбергә бәйләп бер-нисә тапҡыр аталар. Бәхеткә, ауыр тән йәрәхәттәре алған ир тере ҡала. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, енәйәт ҡылыуҙа шикләнеүселәр ирҙең 10 мең һум аҡсаһы һәм кеҫә телефонын тартып алған, машинаһын яндырған.
Полиция хеҙмәткәрҙәре Өфөлә кешене урлау эшен тикшерә башланы
Тулыраҡ: Полиция хеҙмәткәрҙәре Өфөлә кешене урлау эшен тикшерә башланы