Рәсәй федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостандағы идаралығы “Ислам дәүләте” террорсылары өсөн һуғышыу өсөн Сүриәгә китергә йыйыныусыны ҡулға алды. Ул 1993 сө йылғы, Өфөлә йәшәй. Ҡулға алғандан һуң егет үҙ ғәйебен тулыһынса таныған. Енәйәт эше ҡуҙғатылған. Рәсәй Юғары суды ҡарары менән “Ислам дәүләте” ойошмаһы эшмәкәрлеге Рәсәйҙә тулыһынса тыйылған. Сүриәлә әле ислам дәүләте террорсыларын ҡыҫырыҡлау дауам итә. Дейр-эз-Зора янында тиҫтәләгән террорсы юҡ ителгән. Рәсәй авиацияһы ярҙамында ИГИл-дың ҡорал келәттәре, хәрби техникаһы утҡа тотола. Рәсәй авиацияһы ярҙамында террорсыларға ҡаршы көрәштең яңы этабы башлана. Әйткәндәй, террорсыларҙан зыян күргән Сүриә балаларына Башҡортостанда хәйриә ярҙамы йыйыу башланды. Акцияны Башҡортостандың хәрбиҙәрҙе һәм уларҙың ғаиләләрен социаль яҡлау комитеты иғлан итте. Ул 20 ноябргә тиклем дауам итәсәк.
Өфөлә террорсылар яғында һуғышыу өсөн Сүриәгә китергә йыйыныусы ҡулға алынды
Тулыраҡ: Өфөлә террорсылар яғында һуғышыу өсөн Сүриәгә китергә йыйыныусы ҡулға алынды