Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты тәүге бала тыуғанда 300 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған социаль түләү алыуға 500 самаһы таныҡлыҡ тапшырҙы.50 ғаилә таныҡлыҡҡа түләү өсөн ғариза биргән, шуның 28-е үҙҙәренең торлаҡ шарттарын яҡшыртҡан да инде. Социаль программаны тормошҡа ашырыу республикала быйыл башланды. Беренсе бала тыуғанда 300 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған социаль түләүгә 2018 йылда 325 миллион һум ҡаралған. Өс йыл дауамында ике меңдән ашыу кеше ошо программа буйынса сертификат алыр. тип көтөлә.
300 мең һумлыҡ бер тапҡыр бирелә торған социаль түләү алыуға 500 самаһы таныҡлыҡ тапшырылған
Тулыраҡ: 300 мең һумлыҡ бер тапҡыр бирелә торған социаль түләү алыуға 500 самаһы таныҡлыҡ тапшырылған