2021 йылға тиклем Башҡортостанда газ үткәреүгә 3,6 миллиард һум инвестиция һалынасаҡ.2005–2016 йылдарҙа «Газпром» республикала газ үткәреүгә 3 миллиард 800 миллион һум инвестиция һалды. Һөҙөмтәлә Башҡортостанда «зәңгәр яғыулыҡ» үткәреү кимәле 78 проценттан 91 процентҡа тиклем артты. 2021 йылға тиклем төбәктә 209 ҡаҙанлыҡҡа, 52 меңдән ашыу йортҡа һәм фатирға газ үткәреүҙе күҙ уңында тота. Компанияның инвестициялары 3 миллиард 600 миллион һумға баһалана. Был хаҡта бөгөн Өфөлә Газпром акционерҙар йәмғиәтенең төбәктәрҙәге сәйәсәте буйынса комиссияһының тәүге күсмә ултырышында әйтелде
Башҡортостан һәм “Газпром”: хеҙмәттәшлектең яңы йүнәлештәре
Тулыраҡ: Башҡортостан һәм “Газпром”: хеҙмәттәшлектең яңы йүнәлештәре