- Сүриәнең Дей-эз-Зорра виләйәтендә “Ислам дәүләте” террорсылары позицияларын “Бөйөк Новгород” һыу аҫты кәмәһенән осоролған ҡанатлы ракеталар юҡ иткән. Боеприпастар менән келәт, бронетехника шартлатылған. Рәсәй президентының Сүриәләге махсус вәкиле киләһе бер-ике айҙа Сүриә террорсыларҙан тулыһынса азат ителәсәк, тип белдергән.
- Нью-Йорктағы терактта 8 кеше һәләк булған, 12 кеше яраланған. Манхэттенда 29 йәшлек ир ҡуртымға алынған пикапта юғары тиҙлектә велосипедсылар өсөн тәғәйенләнгән юлда кешеләрҙе тапата. Һуңынан бөтә Донъя сауҙа үҙәгенән йыраҡ түгел мәктәп автобусы менән бәрелешә.
- Америкала президент һайлауға ҡыҫылыуға бәйле тәүге ғәйепләүҙәргә рәсми Мәскәү ҙә үҙ фекерен белдерҙе. Рәсәй сит ил эштәре министры Сергей Лавров Америка тәфтишселәрен “Украина эҙен” дә ентекләп тикшерегә саҡырҙы. Сөнки Ҡушма Штаттар президентын һайлау алдынан Украина Дональд Трамҡа ҡаршы позицияһын асыҡтан-асыҡ әйтеп килде.
- Мина яланында “Ратник-2” хәрби кейеме һынау үтте. Был экипировка ҡорал һәм боеприпастарҙы ғына түгел, кешене һаҡлау өсөн дә тәғәйенләнгән. Утҡа сыҙамлы комбинезон, шлем, өҫтәмә пластиналар менән бронежилет, күҙлек һалдаттың кәүҙәһенең 90 процентын ҡаплай. “Ратник”тың киләһе быуынын да эшләү башланған. Уға төҫөн үҙгәртеүсе камуфляж, электр менән тәьмин итеүсе бронежилет ҡуйыласаҡ.
Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре
Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре