Туймазы районы хакимиәте Түбәнге Троицк ауылында йәшәүселәрҙе законһыҙ митинг ойоштороуҙа ғәйепләй. Мәктәпте төҙөкләндереүҙе талап итеүселәр, әлбиттә, был ғәйепләүҙе кире ҡаға һәм балаларының именлеге өсөн борсола. Сөнки уҡыу йорто ярым емерек хәлдә. Ата–әсәләр һәм Туймазы районының мәғариф идаралығы хеҙмәткәрҙәре кемдең дөрөҫ икәнлеген тауыш күтәреү юлы менән асыҡлай. Ығы-зығының сәбәбе –Түбәнге Троицк ауылындағы мәктәп. Белем биреү йорто авария хәлендә. Мәктәптә әле 400-гә яҡын бала белем ала. Уҡыу йорто етәкселеге етешһеҙлектәр барлығын йәшермәй һәм мәсьәләнең хәл ителәсәгенә ышандырырға тырыша. Мәктәп директоры әйтеүенсә, 2016 йылда мәктәптең ҡыйығы төҙөкләндерелгән. Тик стеналар әле лә дымлы һәм ҡурҡыныс хәлдә.Ашханала ашарлыҡ ҡына түгел, инеүе лә ҡурҡыныс. Мәктәптең был өлөшө 1965 йылда төҙөлгән. Ярты быуаттан ашыу бында бер тапҡырҙа төҙөкләндереү эштәре башҡарылмай. Мәҫәлән был спорт залы тәҙрәләренән үтәнән-үтә ел өрә, ә стеналары күк менән ҡапланған.Ата-әсәләрҙең мәктәпте төҙөкләндереүҙе һорауын район хакимиәте рөхсәтһеҙ митинг менән сағыштыра. Мәктәпкә полиция хеҙмәткәрҙәре лә килгән.Сюжет төшөргән ваҡытта халыҡ араһында имеш-мимештәр ҙә таралып өлгөрҙө. Йәнәһе лә, Рәсәй- Башҡортостан каналы хәбәрселәре Өфөнән үҙҙәре менән шартлатҡыс алып килгән. Туймазы районында бына ошондай провакацияларға юл ҡуйып балаларының хәүефһеҙлеге өсөн көйгән ата-әсәләрҙе лә ҡурҡытырға тырышалар.Чиновниктар хәҙер мәктәпте төҙөкләндереүҙе талап иткән ата – әсәләрҙе эштән ҡыуыу менән янай. Урындағы халыҡтың, вәғәҙәләрҙең ҡасан да булһа үтәләсәгенә ышанысы юҡ. 400 бала белем алған бинаны төҙөкләндереү ҡаралмаған. Туймазы районы етәкселегенең шартлатҡыс һалынған тип имеш-мимештәр таратыуға ваҡыт табыуын беҙ яҡшы аңлайбыҙ, ти урындағы халыҡ. Тик район хакимиәте ярым емерек бинала белем алған 400 баланың именлеге хаҡында ҡасан уйлана башлар икән, тип борсола Түбәнге Троицк ауылында йәшәүселәр.
Туймазы районы Түбәнге Троицк мәктәбенең аяныслы хәле
Тулыраҡ: Туймазы районы Түбәнге Троицк мәктәбенең аяныслы хәле