Өфөлә Богдан Хмельницкий урамынан билдәһеҙ кешеләр алтмыш ике йәшлек ирҙе машина багажына йәшереп Тимашев зыяратына алып бара. Улар ирҙең ҡулдарын ҡәбергә бәйләп, тәненә бер-нисә тапҡыр травматик пистолет менән ата һәм машинаға ут төртөп ҡаса. Бәхеткә күрә, зыяратҡа туғандарының ҡәберенә тип килгән ғаилә пенсионерҙы күреп ҡала һәм тиҙ ярҙам машинаһын саҡырта. Бит-тәне шау ҡанға батҡан иргә зыяратҡа туғандарының ҡәберенә тип килгән ғаилә тап була. Улар был ҡот осҡос хәлде күргәс, полиция хеҙмәткәрҙәрен һәм тиҙ ярҙам машинаһын саҡырта. Шул арала йәрәхәтләнгән ир уларға үҙе менән нимә булғанын ҡыҫҡаса һөйләп өлгөрә. Енәйәтселәр ирҙе машина багажнигына һалып Тимашев зыяратына килтерә. Ирҙең ҡулдарын ҡәбергә бәйләп, тәненә травматик пистолет менән бер-нисә тапҡыр атҡас, машинаны шунда уҡ яндырып, эҙҙәрен таҙартып ҡаса. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, 62 йәшлек ирҙе билдәһеҙ кешеләр ошо урында йәрәхәтләй. Күренеүенсә, ерҙә янған машинаның ҡалдыҡтары ята. Әлегә бер нимә лә аныҡ әйтеп булмай, тикшереү эштәре бара. Зыян күреүсе иргә енәйәттә шикләнеүселәр уны ҡатыны үлтерергә ҡушыуы тураһында әйткән. Йәнәһе, бының өсөн ҡатын ун миллион һум түләргә әҙерлеге хаҡында ла белдергән. Бәхеткә күрә, ир тере ҡала. Ул әле дауаханала реанимацияла ята. Табиптар пенсионерҙың хәлен ауыр, тип билдәләй.
62 йәшлек иргә кем һәм ни өсөн атҡан?
Тулыраҡ: 62 йәшлек иргә кем һәм ни өсөн атҡан?