Ошо минуттарҙа Башҡортостан Хөкүмәтендә Шәйехзада Бабич исемендәге Йәштәр премияһыны быйылғы лауреаттарын бүләкләйҙәр. Дәүләт наградаһына быйыл Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт Дәүләт Академия драма театрында ҡуйылған “Ҡалдырма, әсәй” спектаклендә ҡатнашҡан ижади төркөм, музыкант Алһыу Хәсбиуллина һәм йәш шағир Алмаз Шаммас лайыҡ булды. Аҡсалата премия менән бергә лауреттарға диплом һәм миҙал тапшырыла.
Өфөлә йәштәр премияһының быйылғы лауреаттары бүләкләнә
Тулыраҡ: Өфөлә йәштәр премияһының быйылғы лауреаттары бүләкләнә