Өфө «морждары» һыу инеү миҙгелен асты

Тулыраҡ: Өфө «морждары» һыу инеү миҙгелен асты

Көндәрҙең һалҡынайыуы менән үк социаль селтәрҙәрҙә ҡышҡы йөҙөү менән шөғөлләнеүселәрҙең видеояҙмалары күренә башлағайны. Ә хәҙер йөҙөү миҙгеле рәсми асылды.Был нерпаның балаһы. Уны Өфө морждары үҙенең ойошмаһының эмблемаһы итеп алған. Тюлендәр ғаиләһенә ҡараған был матур хайуанды диңгеҙҙә генә күрә алһағыҙ, Өфөнөң һалҡын һыу яратыусыларн Яҡутов исемендәге парктың Һалдат күлендә аҙнаһына өс тапҡыр күрергә мөмкин.Шаршамбы, шәмбе һәм йәкшәмбе көндәре сынығырға теләүселәр өсөн күл хәҙер асыҡ. Йөҙөүселәр бер юлы ике ҡуян ҡойроғон тота: сәләмәтлеккә лә файҙа, ярыштарҙа ла яҡшы һөҙөмтәләр.Һалҡын һыуҙан сикәнес алырға миҙгел асыу көнөндә унлап яңы кеше килһә, Салауат Аҫылбаев иһә беҙҙең күптәнге танышыбыҙ. “Аҡ һыуһарҙар” клубы үткән миҙгелде яҡшы һөҙөмтәләр менән япты. Артур Сабуров, мәҫәлән, Рәсәй йыйылма командаһы составында донъя чемпионатында көмөш миҙал яуланы.Ә Владимир Андреев миҙал, кубоктар артынан килмәй һалдат күленә. Ул былай ҙа еңеүсе. Бер ҡул һәм бер аяҡ менән 4 градус йылылыҡтағы һыуҙа йөҙөү өсөн сикһеҙ батырлыҡ кәрәктер.Ҡатын-ҡыҙҙарҙы ла ҡыйыу батырҙар рәтендә атарға була. Улар һыуға ҡарата фәлсәфәүи ҡарашта. Өфө “морждары” быйылғы ҡыштан да ҙур уңыштар көтә һәм үҙҙәре рәтенә ҡушылырға теләүселәрҙе “Аҡ һыуһарҙар” клубына саҡыра.