Беҙҙең эфирҙа кисә күрһәтелгән сюжеттан һуң күҙәтеү органдары 400 бала уҡыған Түбәнге Троицк мәктәбенең хәлен тикшереү өсөн Туймазы районына юлланды. Туймазы район-ара прокуратураһы, Роспотребнадзор һәм мәғариф идаралығы хеҙмәткәрҙәре уҡыу йортон үҙ күҙҙәре менән күрергә ниәтләй. Ата-әсәләр балаларының именлеге өсөн борсола. Сөнки уҡыу йорто ярым емерек хәлдә. Ярты быуаттан ашыу бында бер тапҡырҙа төҙөкләндереү эштәре башҡарылмаған. Ҡыйыҡ ҡына өлөшләтә ремонтлаған. Тәҙрәләрҙән үтәнән-үтә ел өрә, ә стеналары күк менән ҡапланған. Чиновниктар мәктәпте төҙөкләндереүҙе талап иткән ата – әсәләрҙе эштән ҡыуыу менән ҡурҡыта. Әле мәктәп директорына ҡарата административ хоҡуҡ боҙоу тураһында эш ҡуҙғатылған. Күҙәтеү органдары мәктәптең яңы уҡыу йылына әҙерлеген раҫлаусы барлыҡ документтарҙы тикшерәсәк. Республика прокуратураһынан хәбәр итеүҙәренсә, мәктәптә балаларҙың хәүефһеҙлеге өсөн яуаплы кешеләрҙең эшенә тейешле баһа биреләсәк, ремонт өсөн бүленгән аҡсаларҙың маҡсатҡа ярашлы тотонолоуы тикшереләсәк. Түбәнге Троицк мәктәбендәге хәлде республика прокуратураһы күҙәтеүгә алды.
Туймазы районы Түбәнге Троицк ауылында хоҡуҡ органдары десанты
Тулыраҡ: Туймазы районы Түбәнге Троицк ауылында хоҡуҡ органдары десанты