Ауырғазы районында ғәҙәттән тыш хәл режимы ғәмәлдән сыҡты

Тулыраҡ: Ауырғазы районында ғәҙәттән тыш хәл режимы ғәмәлдән сыҡты

Көйәҙебаш ауылында август айында үткән дауыл эҙемтәләрен 1 ноябргә тиклем бөтөрөү бурысы ҡуйылғайны. Ошо көндәрҙә бер ғаилә өй туйланы. Тәбиғәт ғәрәсәтенән зыян күреүсе ауыл халҡы бөгөн нисек йәшәй? Бәлә көтмәгәндә килә. Көслө ел бер нисә минут эсендә юлда осраған ағас, йорт-ҡураны шырпы ҡабылай туҙҙыра. Бәхеткә был төн ҡорбандарһыҙ үтә. Ғәҙәттән тыш хәлдән һуң республика башлығы зыян күреүселәргә ярҙам вәғәҙәләне һәм 1 ноябргә тиклем төҙөкләндереү эштәрен тамамларға ҡушты. Йола буйынса беренсе булып яңы йортҡа бесәй тәпәйен баҫа. Уның хужалары быйыл йәй күпте күрә, башта аласыҡтары янып китә, ә бер аҙна үткәс, 5 август төнө дауыл йорттарын емерә.Яҡынса 3 ай эсендә ҡалҡып сыҡҡан йортҡа ҡарап хужалар ҡыуанып бөтә алмай. Төҙөүселәр уларҙың теләге буйынса бураны элекке нигеҙгә күтәрә.Республика бюджетынан 32 ихатаны төҙөкләндереүгә 6 миллион һум аҡса бүленә. Сумманың 2 миллион һумдан ашыуы Зайкиндарға яңы өй һалыуға китә. Әле бында төҙөлөш эштәре тулыһынса тамамланмаған, киләһе йәй бура ултыра биргәс уны тыштан һәм эстән көпләйәсәкәтәр. Өй туйлаусыларҙы ҡотларға ҡотҡарыусылар ҙа бүләк менән килгән. Яңы йорт матур һәм бөхтә генә түгел, ә хәүефһеҙ ҙә булһын өсөн янғынды иҫкәртеүсе ҡоролма урынлаштырылды.Малы булһа, ҡазаһы булыр, һаҡлай белеп тормаһаң ти халыҡ мәҡәле. Бәлә ҡайһы саҡ ҡыйыҡ башынан да йөрөй, хәҙер быны Көйәҙебаштар яҡшы аңлай.