Рәсәйҙең ТУ-22 самолеттары Сүриәнең Дейр-эз-Зорра виләйәтендә террорсылар позицияларын утҡа тотто. Операцияла 6 бомбардировщик ҡатнашҡан. “Ислам дәүләте” террорсыларының терәк пункттары, боеприпастар һәм ҡорал һаҡланған келәттәре юҡ ителгән.
Нефть, газ, атом энергияһы һәм Сүриәлә “Ислам дәүләте” менән һуғыш. Владимир Путин эш сәфәре менән Иранға килде. Рәсәй президенты Тегеранда ил етәксеһе хәсән Роухани менән осрашты. Рәсәй менән Иран араһында 30 миллиард долларлыҡ контрактҡа ҡул ҡуйыласағы тураһында ла билдәле.
Рәсәй һәм Ҡытай милли түләү системаларын берләштерергә уйлай. Был хаҡта Рәсәй премьер-министры Дмитрий Медведев белдергән.
Нью-Йоркта теракт ойоштороусы Үзбәкстандан 29 йәшлек Сәйфулла Сайепов. Ул был ғәмәлгә бер-нисә аҙна әҙерләнгән. Тикшереүҙең яҡынса йомғаҡтары бына шундай. Хоҡуҡ һаҡлау органдары уның террор эшмәкәрлеге алып барыусы ойошмалар менән дә тығыҙ бәйләнештә булыуын асыҡлаған.