Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Рәсәй президенты Мәскәүҙә вазифаһынан бушатылған губернаторҙар менән осрашты. Владимир Путин яңыраҡ ҡына үҙ вазифаларынан китеүсе төбәк етәкселәренең барыһына ла дәүләт наградаһы тапшырыласаҡ, тип белдерҙе.

Сүриәнең хан-Шейхун ҡалаһына химик һөжүм тураһындағы хисап бик өҫтөнлөклө булған. Рәсәй дипломаттары шундай фекер белдерҙе. Тикшереүселәрҙең Сүриә самолеты химик бомба ташлаған тигән белдереүе менән рәсми Мәскәү тулыһынса риза түгел

Камчаткала Рәсәй Федераль именлек хеҙмәте Россельзознадзор менән берлектә 25 тонна ҡыҙыл ыуылдырыҡты юҡ итеүгә әҙерләне. Ризыҡ махсус рейдтар барышында браконьерҙарҙың келәттәрендә табылған. Уның хаҡы сама менән 70 миллион һум. Ыуылдырыҡ һаҡланған келәттәр санитар талаптарға яуап бирмәй, шуға ла кеше һаулығы өсөн зарарлы.

Рок-н-ролл яратыусылар өсөн яңылыҡ. Лос-Анджелеста иртәгә үҙенсәлекле аукцион ойошторола. Элвис Пресли, Джимии Хендрикс, Джон Леннон һәм Пол Маккартниның әйберҙәре аукционға сығарыла.