Өфөлә ике зыяратта наркотиктар йәшереү өсөн 240 урын табылған

Тулыраҡ: Өфөлә ике зыяратта наркотиктар йәшереү өсөн 240 урын табылған

Хоҡуҡ һаҡлау органдары наркотиктар һатыусы һәм нарколаборатория ойоштороусы төбәк-ара төркөмдө ҡулға алды. Уларҙан 100 килограмм тилерткес матдә, наркотиктар эшләү өсөн сеймал тартып алынған. Новосибирск, Силәбе, Өфө, Дондағы Ростов ҡалаларында сит илдәрҙән Рәсәйгә контрабанда юлы менән наркотиктар индереү асыҡланған. 47 енәйәт эше ҡуҙғатылған.