Был хаҡта милләт-ара дуҫлыҡты нығытыу буйынса Башҡортостан етәксеһе ҡарамағындағы совет һәм Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһының берлектәге ултырышында Республика башлығы Рөстәм Хәмитов белдерҙе. Тыныслыҡ һәм милләттәр дуҫлығы-иң ҙур ҡиммәттәрҙең береһе. Беҙ уны һаҡлар өсөн барыһын да эшләргә тейешбеҙ тине Республика башлығы. Иртәгә Рәсәй халыҡ берҙәмлеге көнөн билдәләй. Ошо уңайҙан Башҡортостандың төрлө райондарында социаль-инфраструктура объекттары асыла. Бүздәк районы Иҙәшбаш ауылында яңы юл файҙаланыуға тапшырыла. Федоровка районы Бала-Сатырман ауылында иһә күп функциялы мәҙәни-спорт үҙәге эшләй башлай. Көйөргәҙе районы Яңы Мораптал һәм Өфө районы Октябрьский ауылдарында күп функциялы спорт майҙансыҡтары сафҡа индерелә. Бында ҡышын – хоккей, йәйен волейбол, баскетбол, мини-футбол уйнарға була.
Республикала йәшәүселәрҙең 85 проценты төбәктә милләт һәм конфессия-ара татыулыҡты ыңғай баһалай
Тулыраҡ: Республикала йәшәүселәрҙең 85 проценты төбәктә милләт һәм конфессия-ара татыулыҡты ыңғай баһалай