Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Сараевола Рәсәйҙең Берләшкән Милләттәр Ойошмаһындағы элекке тулы хоҡуҡлы вәкиле Виталий Чуркинға һәйкәл асылды. Ҡара төҫтәге таш постаментҡа диломаттың һүрәте төшөрөлгән, рус телендә уның фамилияһы, исеме һәм атаһының исеме, тыуған һәм вафат булған йылдары уйып яҙылған. Бынан тыш, һәйкәлдә русса “юҡ” өсөн рәхмәт тигән һүҙҙәр ҙә бар.

Лондонда меңләгән кеше Анонимус акцияһында ҡатнашҡан. Трафальгар майҙанында унда ҡатнашыусылар Ҡушма Штаттар әләмен яндырған. Йәмәғәт тәртибен боҙған өсөн полиция 18 кешене ҡулға алған. Анонимус акцияһы хәҙер йылда үткәрелә башланы. Унда ҡатнашыусыларҙың барыһы ла битлек кейеп сыға.

Урта диңгеҙ аша һуңғы бер-нисә көндә генә Италия порттарына йөҙләгән мигрант килгән. Европа берлеге Ливия менән килешеү төҙөгәс, ҡасаҡтар һаны ҡырҡа кәмегәйне. Әммә Ливияла ҡораллы төркөмдәр бәрелеше йышайғас, ваҡытлыса лагерҙарҙан меңләгән мигрант Европаға ҡарай юл алған. Яңыраҡ Урта диңгеҙҙә Италия моряктары 26 ҡатын мәйетенә юлыҡҡайны.

Рәсәй һәм Америка президенттары АТЭС саммиты сиктәрендә Вьетнамда осрашыуы ихтимал. Был турала Рәсәй президентының матбуғат секретары белдергән. Уға тиклем Дональд Трамп та Рәсәй президенты Владимир Путин менән осрашып Төнъяҡ Корея, Сүриә һәм Украинаға бәйле мәсьәләләрҙе тикшереү кәрәклеге хаҡында белдергәйне. Владимир Путин һәм Дональд Трамп әлегә бер тапҡыр- Гамбургта үткән саммитта ғына осрашты.

Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының Именлек советы Мьянмалағы хәл буйынса документ ҡабул итте. Унда Ракхайн штатында урындағы мосолмандарҙың күпләп күсеп китеүенә сәбәп булған геноцид хөкөм ителә. Күрше Бангладешҡа ғына 600 мең мосолман күсеп киткән. Именлек Советы Мьянма хөкүмәтен тиҙ арала ашығыс саралар күрергә, Ракхайн штатында хәрби көс ҡулланыуҙы туҡтатырға саҡырҙы. Әммә Мьянманың Берләшкән Милләттә ойошмаһындағы вәкиле ҡабул ителгән документ ысынбарлыҡты сағылдырмай, тип белдергән.