Республиканың төп баҫмаһы - “Башҡортостан” гәзите 100 йыллыҡ юбилейын билдәләй

Тулыраҡ: Республиканың төп баҫмаһы - “Башҡортостан” гәзите 100 йыллыҡ юбилейын билдәләй

Ошо уңайҙан конгесс-холда байрам кисәһе уҙҙы. Тотош бер быуатты үҙенә һыйҙарған ваҡиғаға баҫманың тоғро уҡыусылары, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре, яҙыусы-шағирҙар, журналистар йыйылды. Редакция архивындағы иң ҡәҙерле фотоларҙың береһен күрһәтеп, Насих Хәлисов “Башҡортостан” гәзитенең тарихы менән таныштыра. Баҫманың 100-йыллығына арналған кисәгә килгән һәр кем ошо иҫтәлекле кадрҙар менән таныша алды.Был фотоһүрәттәрҙә – “Башҡортостан” тарихы. Сарала ойошторолған күргәҙмәлә баҫманың төрлө йылдарҙа эшләгән хеҙмәткәрҙәрен, редакция тормошон сағылдырған фотолар ҡуйылған. Ә бында журналист-яугирҙарҙың портреттарын күрергә мөмкин. Республиканың төп баҫмаһының байрамы – ул халыҡ байрамы. Сөнки һәр кемдең нисек булһа ла ошо гәзит менән бәйләнеше бар. Унда еребеҙҙең, милләтебеҙҙең яҙмышы сағыла. “Башҡортостан” гәзите дәүләтселегебеҙҙе билдәләгән баҫма, республика матбуғаты йүнәлешенә нигеҙ һалыусы ла. Баҫма тәүге һандарынан башлап, ниндәй генә теманы яҡтыртмаһын, уларға милли күҙлектән бағып, халыҡтың мәнфәғәтен, рухын яҡтыртыуға арнай. Йылдар үтһә лә, ул маҡсатына тоғро ҡала. Әммә коллектив бер ҡасан да эҙләнеүҙән туҡтамай, сөнки ваҡыт тигәнең һаман алға елә һәм гәзит уҡыусыларҙың талаптары ла арта. Үҙ эшенең оҫталары эшләй “Башҡортостан”да. Һәр береһе гәзит эше өсөн үҙенең көсөн дә, ваҡытын да, һаулығын да йәлләмәгән фиҙаҡәр хеҙмәткәр. Сарала баҫманың журналистары Илдар Аҡьюловҡа республика башлығының Почет грамотаһы тапшырылды, Салауат Әбүзәргә “Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре” тигән исем бирелде. Тотош бер быуатты — йөҙ йыллыҡты үҙенә һыйҙарған ваҡиғала тарихыбыҙ яҡтыртыла. Сөнки ил, республика, халыҡ ни күргән — шуның менән йәшәгән һәм йәшәй “Башҡортостан” гәзите.