Бөгөн Бөйөк Октябрь социалистик революцияһының 100 йыллығы билдәләнә

Тулыраҡ: Бөгөн Бөйөк Октябрь социалистик революцияһының 100 йыллығы билдәләнә

Бөйөк Октябрь Социалистик революцияһы – егерменсе быуат¬тың артабанғы тарихҡа йоғонто яһаусы иң ҙур сәйәси ваҡиғаларының береһе. Иҫке стиль менән 25 – 26 октябрҙә, яңыса 7 − 8 ноябрь ҡораллы ихтилал ярҙамында Ваҡытлы хөкүмәт ҡолатылып, власҡа күпселеген большевиктар тәшкил иткән төркөм килә. Совет власы урынлаштырылғас та халыҡтың наҙанлығын бөтөрөүгә, белем алыуға булышлыҡ иткән саралар күрелә башлай, мәғариф учреждениелары күпләп асыла, мәҙәниәт, фән, сәнғәт ҡаҙаныштарын бөтә халыҡ байлығына әйләндереү маҡсаты ҡуйыла.