Башҡортостанда йәштәр проекттарын бойомға ашырыуға булышлыҡ итеүсе ресурс үҙәге ойоштороласаҡ

Тулыраҡ: Башҡортостанда йәштәр проекттарын бойомға ашырыуға булышлыҡ итеүсе ресурс үҙәге ойоштороласаҡ

Был турала эшлекле тәҡдимде Сочила үткән Халыҡ-ара йәштәр һәм студенттар фестивалендә ҡатнашып бай тәжрибә туплап ҡайтҡан егеттәр һәм ҡыҙҙар индерҙе. Бөгөн фестиваль делегаттары һәм ирекмәндәре Республика башлығы Рөстәм Хәмитов менән осрашты. Мәртәбәле сарала Башҡортостанды лайыҡлы һәм әүҙем танытҡан йәштәрҙе дәртләндереп Рөстәм Зәки улы “Һеҙҙең ныҡышмаллыҡ һөйөндөрә”, — тип белдерҙе. Республика башлығы йәш быуынды берләштерер эшлекле йыйындарҙы төбәк кимәлендә ойоштороу зарурлығына баҫым яһаны. Улар йәмәғәтселек тормошона йәштәрҙе әүҙем ылыҡтырыу, тәжрибә өйрәнеү, уртаҡ мәсьәләләрҙе бергәләп хәл итер өсөн кәрәк. Республикала фән, белем биреү, спорт, мәҙәниәт, башҡа өлкәләр үҫешендә яңы алымдар тәҡдим иткән ижади йәштәр күп, халыҡ-ара форум кампанияларында улар яҡшы ҡаҙаныштар күрһәтә, гранттар яулай. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай эргәһендәге йәштәр йәмәғәт палатаһы ағзаһы Никита Хрулев төбәк етәксеһе иғтибарын грантлы проекттарҙы бойомға ашырыуға ғәмәли ярҙам мәсьәләһенә йәлеп итте.