Өфө ҡыҙы Елизавета Ковязина буш ваҡытын файҙалы итеп үткәрергә тырыша. Ул төрлө ҡоролмалар төҙөй. Һуңғыларының береһе –кондитер ризыҡтарын һаҡлау өсөн һыуытҡыс.Йәше бәләкәй, ә үҙе өлкәндәр кеүек фекер йөрөтә. 6 класта уҡыған Елизавета Ковязина ҡаҙаныштары менән дә тиҫтерҙәренән күпкә байыраҡ. Һынлы гимнастиканан спорт мастеры кандидаты ул. Ә көнө уның сәғәтләп яҙылған. Тиҫтерҙәре каникулын кинотеатрҙарға, бер-берһенә ҡунаҡҡа йөрөү менән үткәргән, ә Елизавета һыуытҡыс ҡороу менән мәшғүл булған. Йәш инженерҙың ҡоролмаһы кондитер ризыҡтары һатҡан ойошма етәкселәре иғтибарын да йәлеп иткән. Өс эшҡыуар портатив һыуытҡысты залына урынлаштырырға теләк белдергән.Конструкторлаған тәүге эштәренең береһе — кәнфит биреүсе ҡоролма әлегә Елизаветаның бүлмәһен биҙәй. Елизавета киләсәктә үҙен матурлыҡ индустрияһында күрә, ә художество гимнастикаһы, конструкторлыҡ, актерлыҡ һәм фотомодель түңәрәге күнекмәләре менән шәхси үҫеше өсөн шөғөлләнә.
13 йәшлек инженер
Тулыраҡ: 13 йәшлек инженер