Унда Рәсәй һәм Ҡазағстандың төбәк-ара хеҙмәттәшлек форумы үтә. Пленар ултырышта Рәсәй президенты Владимир Путин һәм Ҡазағстан президенты Нурсолтан Назарбаев ҡатнаша. Быйылғы форумда кеше капиталын үҫтереү мәсьәләһе тикшерелә. Уның сиктәрендә Рәсәй-Ҡазағстан эшлекле советы улытырышын, ике ил ректорҙары форумын үткәреү “Кеше капиталын үҫтереү” күргәҙмәһен ойоштороу ҡарала. Дәүләт-ара, хөкүмәт ара мөһим документтарға ла ҡул ҡуйыласаҡ. Рәсәй һәм Ҡазағстандың төбәк-ара форумы 2003 йылдан алып даими үткәрелеп килә. Быға тиклемгеһе былтыр Астанала үткәйне.
Республика башлығы бөгөн эш сәфәре менән Силәбе ҡалаһында
Тулыраҡ: Республика башлығы бөгөн эш сәфәре менән Силәбе ҡалаһында